+17 °С
Дождь


Тыныслыҡ урамындағы 22-се йортта йәшәүселәр ярҙамға үтә лә әүҙем ҡушылды. Беҙ уларҙың посылка йыйғандары тураһында яҙған итек инде. Хәҙер йортта йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар: Динә Йосопова, Рита Гәрәева, Юлия Ваганова, Людмила Жеребцова, Әлфиә Золотухина, Вера Акатьева, Алефтина Йосопова хирургия косынкалары тегә башлаған. Ул косынкалар госпиталдәрҙә бик тә кәрәк.