Ҡурай
+27 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
14 Февраля 2023, 15:40

Уҡыусылар балаклавалар тегә

Ағиҙел ҡалаһы Башҡорт гимназияһы уҡыусылары спецоперацияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итә.

Уҡыусылар балаклавалар тегәУҡыусылар балаклавалар тегә
Уҡыусылар балаклавалар тегә

Гимназия директорының патриотик тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Лениза Фатхетдинова ҡыҙҙарға һәнәр дәресен уҡыта. Ул уҡыусыларын балаклава тегергә өйрәткән.

Был баш кейемен тегә башлар алдынан ҡыҙҙар башта уның тарихын өйрәнгән. Башлыҡтың исеме Ҡырымдағы  Балаклава ҡалаһы исеменән сыҡҡан икән. 19 быуатта Ҡырым һуғышы ваҡытында ҡыш үтә лә һалҡын булған. Англия һалдаттарының формаһы бындай һауа торошона яраҡланмаған булған, һәм улар ошондай башлыҡ кейә башлағандар.

Балаклавалар өсөн ата-әсәләр һәм уҡытыусылар бергәләп аҡса йыйғандар. Бөгөнгө көндә 25 балаклава теккәндәр.

Ҡыҙҙар тегеү менән мәшғүл булғанда, малайҙар һалдаттарға хат яҙа. Улар һәр башлыҡ эсенә хат менән күстәнәс һалып, киләһе гумконвой   менән махсус операция зонаһына ебәрәсәк.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас