

Яңауыл ҡалаһының 9-сы һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһында шәжәрә байрамы үтте.
Нәҫелдәр ебен, быуындар сылбырын барлау, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу, зат-ырыу тураһында ҡыҙыҡһыныу уятыу,- тигән маҡсат ҡуйылды.
Шаймарҙанова Элина, Джафарова Азария, Хөснияров Аслан, Пиктубаева Стефания үҙ шәжәрәләре менән таныштырҙылар. Байрамға балалар йырлы-бейеүле күстәнәстәр ҙә алып килгәндәр ине. Балалар баҡсаһында шәжәрә байрамдары йылдан-йыл йөкмәткелерәк, күңеллерәк үтә.
Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ.
Сараны педагог Гөлназ Әлфир ҡыҙы Абдуллина ойошторҙо.
Байрамда район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рафаил Яхин ҡатнашты.