Ҡурай
+19 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
20 Февраля 2023, 10:35

Ҡалтасылар билмәндең тыуған төйәгендә булып ҡайтҡан

Ижау ҡалаһында "Бөтә донъя билмән көнө" этногастрономия фестивале уҙҙы. Быйыл унда Ҡалтасы районынан ижади коллектив - Оло Туғанай ауыл клубының "Марзан" фольклор ансамбле ҡатнашты.

Ҡалтасылар билмәндең тыуған төйәгендә булып ҡайтҡанҠалтасылар билмәндең тыуған төйәгендә булып ҡайтҡан
Ҡалтасылар билмәндең тыуған төйәгендә булып ҡайтҡан

11 февралдә Ижау ҡалаһында "Бөтә донъя билмән көнө" этногастрономия фестивале уҙа. Быйыл унда Ҡалтасы районынан ижади коллектив - Оло Туғанай ауыл клубының "Марзан" фольклор ансамбле ҡатнаша.

Фестивалдең төрлө майҙансыҡтарында конкурстар, концерттар, спорт-күңел асыу квестары, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола һәм, әлбиттә, барлыҡ теләүселәр ҙә төрлө билмән төрҙәренән һәм удмурт аш-һыуынан ауыҙ итә ала.

Социаль селтәрҙә Оло Туғанай ауыл клубы сәхифәһендә артистар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан.

"Беҙ уның ысынлап та Удмуртияның бик ҡыҙыҡлы фестивале булыуына инандыҡ. Ҡунаҡсыллыҡ һәм дуҫтарса мөхит өсөн рәхмәтлебеҙ! Ошондай ҙур байрам ойошторғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Барығыҙға ла һаулыҡ һәм артабанғы ижади уңыштар теләйбеҙ!» - тип яҙған улар.

 

Сығанаҡ: Калтасинская Заря

Ҡалтасылар билмәндең тыуған төйәгендә булып ҡайтҡан
Ҡалтасылар билмәндең тыуған төйәгендә булып ҡайтҡан
Автор:
Читайте нас