Ҡурай
+20 °С
Облачно

Ағиҙел тренеры бер миллион һумлыҡ түләү аласаҡ

2023 йылдан башлап ”Ауыл тренеры” программаһы буйынса ауыл ерендә, эшселәр ҡасабаларында,  100 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән ҡалаларҙа эшләгән спорт тренерҙары  бер тапҡыр бирелә торған бер миллион һумлыҡ түләү алала.

Ағиҙел тренеры бер миллион һумлыҡ түләү аласаҡАғиҙел тренеры бер миллион һумлыҡ түләү аласаҡ
Ағиҙел тренеры бер миллион һумлыҡ түләү аласаҡ

Ағиҙел ҡалаһы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Рәүил Ғәзиев та ошондай түләү аласаҡ. Уға сертификатты Өфөлә ябыулы футбол манежы асыу тантанаһы барышында Рәсәй Федерацияһы премьер министры урынбаҫары Дмитрий Чернышенко менән Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Рәүил Ғәзиев эшенә бөтә күңелен биреп, балалар менән утыҙ йылдан артыҡ эшләй. Уның тәрбиәләнеүселәре республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеүҙәр яулайҙар.-

- Уҡыусыларыма тырышлыҡтары өсөн, ҡала хакимиәтенә, етәкселәремә, уҡыусыларымдың ата-әсәләренә күрһәткән ярҙамдәры өсөн рәхмәтемде белдерәм, – ти Рәүил Мирсәлих улы.

 

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас