Ҡурай
-4 °С
Ясно

Ағиҙелдә сәләмәтлек көнөн билдәләнеләр

Сәләмәтлек көнөнә бағышланған тантаналы сара 8 апрелдә "Ағиҙел тулҡындары" паркында үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙелдә сәләмәтлек көнөн билдәләнеләрАғиҙелдә сәләмәтлек көнөн билдәләнеләр
Ағиҙелдә сәләмәтлек көнөн билдәләнеләр

Уны физкультура, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге хеҙмәтсәндәре ойошторҙо. Байрам менән майҙансыҡҡа йыйылған халыҡты бүлек етәксеһе Алена Әхтәмова һәм ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Эдуард  Йосопов ҡотланы.

Сарала өлкән йәштәгеләр һәм сәләмәтлектәре сикләнгән балалар үтә лә әүҙем ҡатнашты. Улар башта сәләмәтлек һәм спорт темаһына бағышланған  викторина  һорауҙарына яуап бирҙе, аҙак фитнес  тренеры  Бруйко Регинаға ҡушылып ҡыҙыҡлы гимнастика эшләне.

Сарала ҡатнашыусылар яҡшы кәйеф алды һәм энергия тупланы.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас