

Был драма Башҡортостанда булған хәлдәргә таянып яҙылған. Стәрлебаш ауылы ҡатындары һуғышҡа киткән ирҙәре Раевка тимер юлы станцияһында учебкала ятҡандарын, аслыҡтан интеккәндәрен ишетеп беләләр һәм уларға ярҙам итергә булалар. Әммә уларға колхоздан ат бирмәйҙәр, ҡатын ҡыҙҙар арбаға үҙҙәре егелеп барырға мәжбүр була...
Спектакль премьераһы үтә лә уңышлы үтте, тамашасылар һорауы буйынса уны ҡабатлап күрһәттеләр.
Батыр ҡатын ҡыҙҙар ролен Лилиә Хафизова, Лиана Ванюшкина, Гөлшат Исхакова, Ләйсән Ямалова, Резеда Муллағәлиева һәм Лилиә Ғосманова башҡарҙы.
Был спектаклде ҡуйып, яҡташтарының батырлығын данлаған өсөн Стәрлебаш районы вәкиле «Иҙел» мәҙәниәт йорто директоры Юнир Ноғаманов менән режиссер Рәсимә Сәләховаға ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Спектакль тураһында тулыраҡ бында.