Ҡурай
-3 °С
Облачно

Ағиҙелдә КВН уйыны үтте

Быйылғы сара Педагог һәм остаз йылына бағышланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙелдә КВН уйыны үттеАғиҙелдә КВН уйыны үтте
Ағиҙелдә КВН уйыны үтте

Уйында алты команда ҡатнашты.  «Суета» исемле ирекмәндәр командаһы беренсе урын яулап, 30 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Икенсе урынды 4-се балалар баҡсаһының «Матрешки» командаһы яуланы, өсөнсөлә «Әүҙем оҙон ғүмерелелек» клубының «Беҙҙе ҡыуып тотмайҙар!» командаһы булды.

Үҙәк китапхананың «БАБслей» командаһы «Иң йор һүҙлекоманда» номинацияһында бүләкләнде, «Crazy women» тип аталған 1-се балалар баҡсаһы командаһы «Креативлылар» номинацияһын алды, ә 5-се балалар баҡсаһының «Энерджи» командаһы «Профессионалдар» номинацияһында билдәләнде.

Командалар спонсорҙар  ҡала Советы депутаты Руслан Халитов, шәхси эшҡыуарҙар Айгөл Фахуртдинова һәм Гөлшат Салахованан бүләктәр алды. Ижади кондитер Ольга Панкрушина еңеүсе команданы ҙур торт, бөтә ҡатнашыусыларға татлы перәниктәр менән һыйланы.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас