Ҡурай
-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
18 Апрель 2023, 20:48

Ағиҙел спортсыһы Нефтекамала абсолют чемпион булды

16 апрелдә Нефтекама ҡалаһының «Һаулыҡ һуҡмағы»нда «Тимер варяг» серияһының Космонавтика көнөнә бағышланған еңел атлетика буйынса ярыштары үтте.

Ағиҙел спортсыһы Нефтекамала абсолют чемпион булды
Ағиҙел спортсыһы Нефтекамала абсолют чемпион булды

Унда Башҡортостандан һәм күрше өлкәләрҙән 400-гә яҡын йүгереүсе ҡатнашты. Спортсылар төрлө дистанцияларҙа: 300 м, 500 м, 800 м, 2000 м, 5000 м, 10000 м һәм 21 километр йүгерҙе.

Ағиҙелдән 12 йәшлек Кирилл Антипин ярыштарҙың абсолют чемпионы булды. Радмила һәм Альберт Сайфутдиаровтар көмөш миҙалдар яуланы.

 

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас