Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
22 Апрель 2023, 11:23

«Чебурашка»ла шәжәрә байрамы үтте

Ике көн рәттән

«Чебурашка»ла шәжәрә байрамы үтте
«Чебурашка»ла шәжәрә байрамы үтте

18 и 19 апрелдә Яңауылдың 10-сы "Чебурашка"  балалар баҡсаһында «Шәжәрә-быуындар сылбыры» байрамы үтте. Байрамға зал зауыҡлы биҙәлгән, экспонаттар, ҡул эштәре менән йыһазландырылғайны.

Шәжәрә байрамын тәрбиәселәр һәм тәрбиәләнеүселәр менән сәхнәләштерелгән тамаша асты. Байрам йыр, бейеү, уйындар менән оҙатылып барҙы. Сара барышында балалар атай-әсәйҙәре  менән бергә үҙҙәренең ғаилә шәжәрәһен күрһәтте. Әйткәндәй, байрамда туғыҙ ғаилә үҙҙәре менән яҡындан  таныштырҙы.  Һәр ғаилә үҙҙәренең йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәрен тамашасылар иғтибарына тәҡдим итте.

Байрамға район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рафаил Яхин, район мәғариф идаралығы методисы Ирина Бегуновалар саҡырылғайны.

Тулыраҡ бында уҡый алаһығыҙ.

Фотоларҙы Рита Сабирйәнова ебәрҙе.  

Автор: Раушания Гарифуллина
Читайте нас