Ҡурай
+9 °С
Облачно

Ағиҙел егете ретро-мопедтар коллекцияһын йыйған

Ағиҙелдә тыуып-үҫкән Георгий Иванов үҙенең коллекцияһы менән таныштырҙы. Ҡала майҙанында үткән Еңеү байрамы саралары араһында уның күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.

Ағиҙел егете ретро-мопедтар коллекцияһын йыйғанАғиҙел егете ретро-мопедтар коллекцияһын йыйған
Ағиҙел егете ретро-мопедтар коллекцияһын йыйған

Күргәҙмәгә ул дүрт мопед алып килгән. Георгий әйтеүенсә, был уның коллекцияһының өстән бер өлөшө. Күргәҙмә өсөн ул үткән быуаттың 50-70 йылдарында Советтар Союзының төрлө өлкәләрендә   сығарынған техниканы һайлаған.  

Мәҫәлән, «Верховина 3» мопеды Украинала сыҡҡан. Был мопедта «Сыроежкин мажаралары» фильмында Электроник йөрөгән.

«Рига-1» мопеды 1961-1965 йылдарҙа Риганың «Ҡыҙыл йондоҙ» заводында сыҡҡан.

«Львовянка» мотовелосипеды Львов ҡалаһының конструкторлыҡ бюроһында 1962 йылда   уйлап сығарынлған.

«Вятка ВП-150» мотороллеры Вятка Аҡландары машина төҙөү заводында 1957 башлап 1966 йылға тиклем сығарылған. Ул «Веспа» тип аталған итальян мотороллерының күсермәһе.

Георгий 12 йәшендә беренсе тапҡыр мопедта йөрөп ҡарай һәм ошо ваҡыттан  ретро техникаһын йыйыуға ынтыла башлай. Был мопедтарҙың барыһы ла йөрөмәй, Георгий уларҙы йөрөтөүҙе маҡсат итеп тә ҡуймай. Уның өсөн иң мөһиме – совет техникаһы мираҫын  һаҡлап ҡалыу.

Коллекцияһы өсөн моделдәрҙе ул төрлө форумдарҙан, интернет сауҙа майҙандарында эҙләй.

 

 

 

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас