

Кисә, 17 майҙа, Яңауылда «Герои. Ротный Насибуллин» фильмын күрһәттеләр. Был фильм Еңеү байрамы алдынан Башҡортостан юлдаш телевидениеһында презентацияланғайны.
Яңауылға фильмдың авторҙары Гөлнур Ишбулатова, Айгөл Малбаевалар килде.
Был турала тулыраҡ бында уҡый алаһығыҙ.
Беҙҙең белешмә
Өлкән лейтенант Игорь Нәсибулиин Украинаға, махсус хәрби операция биләмәһенә, Белгород өлкәһе Валуйск ҡалаһындағы өсөнсө мотоуҡсылар дивизияһының 237-се танк полкы составында йүнәлтелә. Игорь Нәсибуллин етәкселек иткән танк ротаһы Балаклеяны, Гусаровканы, Изюмды азат итеүҙә ҡатнаша. Яуҙарҙың береһендә офицер ауыр яраланған хәрбиҙәрҙе эвакуациялауҙы үҙенең танкыһы менән ышыҡлап тәьмин итә. Ләкин Игорь Нәсибуллиндың танкыһына ракета эләгә. Экипаж ут ҡапҡан машинанан сығыуға миномёт утына эләгә. Ялҡындан хеҙмәттәшен сығарырға ярҙам иткәндә офицер үлемесле йәрәхәт ала.
Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллинға Рәсәй Геройы исеме бирелде.