11 июндә Яңауылда Һабантуй уҙҙы. Байрамға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев килгәйне.
Быйылғы сарала ла тирмәләр үҙҙәре бер тотош ауылды хасил итте тиһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ.
Уңған хужалары бер-береһен уҙҙырып, сәмләнеп әҙерләнгән: милли аш-һыуҙарҙан торған бай табын, күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәренән, боронғо әйберҙәрҙән торған күргәҙмәләр бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Һәр бер тирмәлә хужалар халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте һәм үҙҙәренә ингәндәрҙе ҡымыҙ, буҙа, айран, икмәк-тоҙ, сәк-сәк, бауырһаҡ менән ҡаршылап, йыр-бейеү менән дә “һыйланы”.
Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ байрамы Һабантуй - беҙҙең өсөн һәр саҡ көтөп алынған ваҡиға булды һәм булып ҡаласаҡ. Бында йылдағыса ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эшенә йомғаҡ яһалды, алдынғы хеҙмәтсәндәр бүләкләнде, иң шәп һыбайлылар, көрәшселәр, төрлө спорт төрҙәрендә иң етеҙҙән һәм ҡыйыуҙар билдәләнде. Моңло концерт номерҙары башҡарылды. Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба алды, күңел асты һәм яҡшы тәьҫораттар, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡайта алды.