Ҡурай
+20 °С
Облачно

Августа Баймаҡ районындағы Граф күле буйында «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале уҙғарыласаҡ

 Августа Баймаҡ районындағы Граф күле буйында «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале уҙғарыласаҡ.

Августа Баймаҡ районындағы Граф күле буйында «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале уҙғарыласаҡАвгуста Баймаҡ районындағы Граф күле буйында «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале уҙғарыласаҡ
Августа Баймаҡ районындағы Граф күле буйында «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале уҙғарыласаҡ

Сара йылҡысылар, ошо өлкәләге белгестәр һәм ғалимдар, биҙәү-ҡулланма ижад оҫталары, һөнәрселәр, рәссамдар, халыҡ ижады коллективтары һәм халыҡ ижады өлкәһендәге белгестәр, фольклорсылар, этнографтар, спорт ярыштарында ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ. Һеҙ улар иҫәбенә инһәгеҙ һәм яратҡан эшегеҙ менән 10 йылдан ашыу шөғөлләнһәгеҙ, шул саҡта фестиваль программаһы менән танышып, теркәлегеҙ: www.bashkort-aty.ru

Фестивалдең маҡсаты - төбәктә йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу һәм популярлаштырыу.

🗺 Геолокация: 52.6493197, 58.3256030

Махсус ойошторолған маршрут автобустарында Баймаҡтан Граф күленә тиклем барып етергә мөмкин, ара - 3 саҡрым.

Үҙ машинаһында барғандарға парковка бар, маршрут буйынса күрһәткестәр ярҙам итәсәк:
- Сермән - Баймаҡ автотрассаһы: Темәс ауылы аша - Түбә ауылы - Иҫән ауылы - Граф күле
- Сермән - Баймаҡ автотрассаһы: Баймаҡ ҡалаһы аша - Граф күле
- Ира - Магнитогорск автотрассаһы: Юлдыбай ауылы аша - Баймаҡ ҡалаһы - Граф күле
- Магнитогорск - Ира автотрассаһы: Сибай ҡалаһы аша - Баймаҡ ҡалаһы - Граф күле.

Әгәр балаларығыҙ менән килергә йыйынһағыҙ, уларға ла ҡыҙыҡ буласаҡ. Бәләкәй ҡатнашыусылар өсөн программала - интерактив уйындар һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры спектакле ҡуйыла, шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре үткәрәсәк милли уйындар ҡаралған.

Фестиваль өс көн - 11-енән 13 авгусҡа тиклем барасаҡ. Ситтән килгәндәр Сибай, Баймаҡ, Белорет ҡунаҡханаларында урынлаша, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Белорет райондарында йәшәй ала. Бының өсөн алдан уҡ номерҙарға заказ бирергә кәрәк.

Теләге булғандар халыҡ-ара физкультура-спорт уйындарында ҡатнашырға мөмкин, әммә талаптар ҙа юҡ түгел. Әйткәндәй, еңеүсегә төп бүләк - автомобиль! Тулыраҡ мәғлүмәт - сайттағы Положениела.

Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн халыҡ уйындары һәм эстафеталар ойоштороласаҡ.

📞 Бәйләнеш үҙәгендә өҫтәмә һорауҙарға яуап алырға мөмкин: 8 (937) 331 02 01, 122 (өҫтәмә 4)

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас