Банкротлыҡ тураһында ғариза менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергәӘгәр бурыс 50 меңдән 500 мең һумға тиклем тәшкил итә икән - ғаризаны Күп функциялы үҙәк аша бирергә мөмкин. Судтан тыш процедура бушлай.
Бурыс 500 мең һумдан ашыу булғанда арбитраж судына барырға тура киләсәк. Банкротлыҡ процедураһына киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн суд депозитына 25 мең һум күләмендә аҡса индерергә кәрәк.
❓ Ғариза биреүсенең мөлкәтен һатыу процедураһы нисек үтә
Кредиторҙарҙың талаптарын үтәү кешенең булған мөлкәтен тартып алыу иҫәбенә башҡарыла. Мөлкәтте һатыу ваҡыты - 6 ай, ләкин суд тарафынан оҙайтылыуы ла ихтимал. Финанс идарасыһының талабы буйынса уға мөлкәт һәм йәшәү урыны тураһында мәғлүмәт бирергә тура киләсәк.
❓Банкрот тип танылған кешенең бөтә бурысы ла юҡҡа сығарыламы?
Бурыс килтерелгән физик йәки әхлаҡи зыянды ҡаплауға, алимент түләтеүгә, шулай уҡ, судҡа йәки финанс идарасыһына ялған мәғлүмәттәр бирергә маташҡан осраҡтарҙа бурыс юҡҡа сыҡмай.
❓Ниндәй хәүефтәр хаҡында белергә кәрәк
- Банкрот тип танылған кешенең бөтә мөлкәте, шул иҫәптән, берҙән-бер һәм ипотекалағы торлаҡ булһа ла, һатылырға тейеш.
- Банкротлыҡ процедураһы һәм мөлкәтте һатыу барышында финанс идарасыһы кешенең бөтә аҡсаһы һәм банк карталары менән эш итә.
- Мөлкәтте һатыуҙан килгән аҡса, эш хаҡы һәм башҡа килем кредиторҙарҙың талаптарын ҡаплауға, финанс идарасыһын бүләкләүгә һәм башҡа сығымдарға йүнәлтелә.
- Банкротлыҡ осоронда кешегә йәшәү минимумы ғына бирелә.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан



