+20 °С
Облачно


Яңауыл районы Вояҙы ауылында ғүмер итеп, ошонда ғүмер итеүсе Шәмсийыһан инәй Яҡупова матур ғүмер байрамын ҡаршылай.
Ауырлыҡтарға, һынауҙарға бирешмәй, бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәреп, тормош юлын лайыҡлы үтеп, тырыш, илһөйәр биш бала үҫтергән инәй йөҙ йәшен билдәләй. Бөгөн уның ун дүрт ейәнсәре, егерме дүрт бүләсәһе бар.
Был уңайҙан уны район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов тә ҡотланы, сәләмәтлек, шатлыҡтар теләне.