

Амфитеатр аҫтында мәҙәниәт бүлеге һәм “Иҙел” мәҙәниәт йорто тарафынан ойошторолған йәш башҡарыусылар конкурсы үтте. Эргәләге майҙансыҡта брейк-данс бейеү баттлы барҙы.
Ҙур аҡ сатыр эсендә БР Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы “Минең бизнесым” үҙәге бизнес-уйын ойошторҙо.
Уларҙан тыш, шашка һәәм шахмат, воркаут ярыштары, стрит-арт конкурсы, баскетбол уйыны һәм башҡа саралар үтте. Конкурстарҙа еңеүселәр аҡсалата бүләктәр алды. Приз фонды 100 мең һум тәшкил итте.
Фестиваль дискотека һәм һабын ҡыуыҡлы күбекле кисә менән тамамланды. Байрамдан барыһы ла ҙур ҡәнәғәтлек алып, йәштәр рәхәтләнеп ял иттеләр.