Ҡурай
+11 °С
Облачно

Ағиҙел китапханаһы Башҡортостан Республикаһы гранттары конкурсында еңде

«Тулҡын һыртында» тип аталған автономиялы коммерциялы булмаған ойошма Ағиҙел ҡалаһы Үҙәк китапаханаһы хеҙмәткәрҙәре инициативаһы буйынса 2022 йылда ойошторолдо.

Ағиҙел китапханаһы Башҡортостан Республикаһы гранттары конкурсында еңдеАғиҙел китапханаһы Башҡортостан Республикаһы гранттары конкурсында еңде
Ағиҙел китапханаһы Башҡортостан Республикаһы гранттары конкурсында еңде

Быйыл ошо ойошма ярҙамында Балалар моделле китапханаһы Башҡортостан Республикаһы гранттары конкурсында «Сәсән теле – әсәм теле» проекты менән еңде.

Проект йәш быуында туған телде һөйөү тәрбиләү, башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә йүнәлгән. Тыуған яҡты өйрәнеү, мәҙәни-ағартыу саралары 5 йәштән башлап 14 йәшкә тиклем балалар өсөн тәғәйенләнгән.

Проект 2023 йылдың 1 сентябренән тормошҡа ашырыла башлай.

Грант 340 мең һум тәшкил итә. Был аҡсаға милли костюмдар, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса китаптар, саралар үткәреү өсөн йыһаздар һатып алынасаҡ.

Фотола: «Тулҡын һыртында» автономиялы коммерциялы булмаған ойошмадиректоры Халидә Завьялова һәм баш китапханасы Альбина Ғилманшина. 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас