Республика яңылыҡтары
8 Августа 2023, 12:48

Ағиҙелдә йәшәүсе хеҙмәткәр республика конкурсында өсөнсө урын яуланы

4 августта Октябрьский ҡалаһында Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында республика һөнәри конкурсы үтте. Уны Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм профсоюз ойошторҙо.

Ағиҙелдә йәшәүсе хеҙмәткәр республика конкурсында өсөнсө урын яуланыАғиҙелдә йәшәүсе хеҙмәткәр республика конкурсында өсөнсө урын яуланы
Ағиҙелдә йәшәүсе хеҙмәткәр республика конкурсында өсөнсө урын яуланы

Конкурстың финалында барлығы 94 зональ этаптарҙа еңеүсе ҡатнашты.

Ағиҙел ҡалаһынан "Агидельводоканал" муниципаль унитар предприятие хеҙмәткәре Әлфиә Грифленкова территорияларҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү белгестәре араһында конкурста ҡатнашты. Был номинациялала барлығы 12 кеше финалда булды.

Конкурс ике этаптан торҙо. Башта белгестәр тест һорауҙарына яуап бирҙеләр, аҙаҡ торлаҡ йорт подъезын ҡарап, дефект ведомосы төҙөнөләр. Әлфиә Миннулла ҡыҙы конкурста өсөнсө урын яуланы.

Конкурста еүеүселәр аҡсалата премия, диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас