-18 °С
Ҡар
Кисә, 20 августа, к ешеләр Ҡарман һыуһаҡлағысында буш кәмәнең ағып барыуын күреп ҡала. Хәүеф һиҙеп, улар шунда уҡ МЧС хеҙмәткәрҙәренә хәбәр бирә.
Ҡотҡарыусылар шунда уҡ эҙләнеү эштәре башлай һәм һыу аҫтынан ирҙең кәүҙәһен сығаралар. Алдан фаразланыуынса, ир кәмәнән ҡолап төшкән һәм йөҙөп сыға алмаған. Вафат булыусыға алтмыш ике йәш булған.
Күптән түгел һыуһаҡлағыста бер көндө ике егет вафат булғайны.
Фото: МЧС