Сара «Торатау» конгресс-холында «Волга буйы ритэйл аҙналығы» форумы барышында уҙҙы. Конкурс программаларында Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия, Ырымбур, Сыуашстан ашнаҡсылары һәм кондитерҙары ҡатнашты. Чемпионат Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, Өфө Хакимиәте һәм Рәсәйҙең Милли кулинарҙар ассоциацияһы ярҙамында үтте. Чемпионаттың жюри командаһын Рәсәй кулинарҙары милли ассоциацияһы президенты Жукова Анна етәкләне.
Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе кондитер Ольга Панкрушина «Арт-класс» номинацияһында ҡатнашты, унда ҡатнашыусылар чемпионат майҙансығын кондитер һәм кулинария сәнғәте шедеврҙары менән биҙәне.
Ул бәшмәкле түңгәк рәүешендә торт бешергән. Ишек һәм тәҙрәле ҡапланған түңгәктәрҙә урман бал ҡорттары йәшәй. Түңгәктә тәпән тора, унда эшһөйәр бал ҡорттары, осоп килеп, күнәктән бал ҡоя. Торт - медовик. Конкурстың шарттары буйынса дегустациялау өсөн торт кәрәк булғанға күрә, автор ҙур түңгәк эргәһендә бәләкәйерәк тәңгәк эшләгән. Бал ҡортоноң ысын кәрәҙҙәрен уға ла һалып ҡуйған, унда бал ҡорто бал ҡойоп тора.
Ольга Борисовна һөйләүенсә, тәмләп ҡарағанда комиссия торттың тәмен һәм биҙәлешен юғары баһалаған, күптәр рецепт менән бүлешеүҙәрен һораған. Торт тулыһынса ашарға яраҡлы булған, муляж киҫәктәре ҡулланылмаған.
Бүләкләү тантанаһы «Торатау» конгресс-холында уҙҙы, Ольга Панкрушина беренсе урын өсөн диплом, кубок һәм приз менән бүләкләнде.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ҡунаҡсыллыҡ чемпионаты туҡланыу индустрияһы өлкәһендәге белгестәрҙең һөнәрҙәренең абруйын күтәреүгә, республиканың иң яҡшы бешекселәрен һәм кондитерҙарын билдәләүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, фестиваль беҙҙең төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән.