Ҡурай
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
4 Сентябрь 2023, 16:21

Ағиҙелдең йәш спортсыһы халыҡ-ара марафонда еңеүсе булды

3 сентябрҙә Өфөлә IX Өфө халыҡ-ара марафоны үтте. Унда бөтә Рәсәйҙән һәм донъянан иң көслө еңел атлеттар, йүгереүселәр һәм әүҙем тормош алып барыу яҡлылар йыйылды.

Ағиҙелдең йәш спортсыһы халыҡ-ара марафонда еңеүсе булды
Ағиҙелдең йәш спортсыһы халыҡ-ара марафонда еңеүсе булды

Ҡатнашыусылар араһында 26 илдән һәм Рәсәйҙең 42 төбәгенән спортсылар булды.

Быйыл марафон ҡатнашыусылар һаны буйынса рекордты яңыртты - 7100 кеше стартҡа сыҡты. Иң өлкән ҡатнашыусыға 85 йәш, иң кескәйенә - биш ай, ул коляскала марафон «йүгергән».

Йүгереүселәр 2, 5, 10, 21,1 һәм 42,2 саҡрым аралыҡҡа һәм балалар старттарына (50-400 метр) сыҡты.

 Ағиҙел балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыусыһы Рауил Ғәзиев тәрбиәләнеүсеһе Кирилл Антипин 2 саҡрым арауыҡҡа йүгереүҙә ҡатнашты һәм беренсе урын алды.

Ҡатнашыусылар өсөн концерт программаһы ойошторолдо, ә еңеүселәрҙе тантаналы шарттарҙа бүләкләнеләр. Һәр ҡатнашыусыға - старт пакетында фирма футболкаһы, партнерҙарҙан бүләктәр, ә финишта эксклюзив миҙал тапшырылды.

Кириллды был лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: