Ҡурай
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
5 Сентябрь 2023, 12:30

Балалы ҡатын-ҡыҙҙар бизнесты башлап ебәреү һәм уны үҫтереү ниәтендә бушлай белем биреү проектында ҡатнаша ала

Башҡортостандан балалы ҡатын-ҡыҙҙар бизнес асыу һәм уны үҫтереү өсөн этәргес булырҙай белем алыу мөмкинлегенә эйә - төбәктә «Эшҡыуар әсә» проектында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Балалы ҡатын-ҡыҙҙар бизнесты башлап ебәреү һәм уны үҫтереү ниәтендә бушлай белем биреү проектында ҡатнаша ала
Балалы ҡатын-ҡыҙҙар бизнесты башлап ебәреү һәм уны үҫтереү ниәтендә бушлай белем биреү проектында ҡатнаша ала

Был «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә «Минең бизнесым» үҙәге нигеҙендә үткән федераль мәғариф проекты. Төбәктәге иң яҡшы проект - 100 мең, ә федераль этапта ике еңеүсе 1-шәр миллион һумлыҡ грант аласаҡ.

Проектта декрет ялындағы йәки бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән 18 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар (шул иҫәптән уллыҡҡа алыусылар, опекундар, попечителдәр һәм тәрбиәгә алыусы әсәләр) ҡатнаша ала. Эшҡыуарлыҡ тәжрибәһенең булыуы мотлаҡ түгел. Шул уҡ ваҡытта ҡатындың юридик шәхес, шәхси эшҡыуар йәки үҙмәшғүл булараҡ теркәлеүе ихтимал, әммә унан һуң 1 йылдан артыҡ ваҡыт үтергә тейеш түгел.

Уҡытыу бушлай, ҡатнашыусылар үҙ проектының бизнес-планын әҙерләй һәм уны эксперттар алдында яҡлай. Эштәрҙе социаль әһәмиәте, иҡтисади нигеҙе, үҙенсәлеклелеге буйынса баһалаясаҡтар.

Уҡыу осоро: 2023 йылдың 2 - 6 октябре.

👉 Ҡатнашыусыларҙан ғаризалар 2023 йылдың 22 сентябренә тиклем сайтта ҡабул ителә: мамапредприниматель.рф

Тулыраҡ мәғлүмәт - Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайтында: https://vk.cc/cqBJzW

«Минең бизнесым» үҙәктәре: https://vk.cc/cqxzix

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

 

Автор:
Читайте нас: