Был көндө уҙғарылған күңелле старттар һәм оҫталыҡ дәрестәре барышында Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре - билбау көрәше оҫталары сығыш яһаны.
Шулай уҡ балалар һабантуйында ҡатнашыусыларға уҡ атыу оҫталығын күрһәттеләр. Сара ҡунаҡтары башҡорт тоҡомло аттарға йөрөй алды, шул аттар менән генерал Шайморатовтың ҡыйыу һыбайлылары Европаны фашистарҙан азат иткәнен улар яҡшы беләләр.
Уҡыусылар бик күп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белде. Мәҫәлән, бэйге - ат сабышы, ауҙарыш - ат-спорт уйыны, уның асылы шунда: 10-15 минут эсендә ике һыбайлы эйәрҙән бер-береһен тартып алырға йәки ярышташты ергә йолҡоп төшөрөргә тейеш. Джигитовка – атта сабып, акробатик трюктарҙы башҡарыу.
Шайморатов класы уҡыусылары был көндө һыбайлы һәм уҡсы ролендә булды, армрестлингта, мас-рестлингта көс һынаны.
Көн программаһы спорт һәм танып белеү саралары һәм уйындар менән бай булды.