- Башҡорт ҡатын-ҡыҙының иң мөһим биҙәге – түшелдерек, йәки һаҡал. Уны һәр кеше үҙе эшләй ала, күп төрлө материалдар: фетр, сәйлән, тәңкә, пайеткалар һатып алырға һәм ҡул эшенә оҫталығын күрһәтергә мөмкин. Әммә бар кеше уны эшләй алмай, йәки теләге булмай, - тип һөйләй китапханасы Флүрә Ғәйҙуллина. - Беҙ түшелдеректе футболкаларҙа ғына һүрәтләргә булдыҡ. Был түшелдеректәр боҙолмай, футболкаларҙы кер йыуыу машинаһында йыуып, үтекләргә мөмкин.
Оҫталыҡ дәрестәренә 4-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре килде. Улар ошондай футболкалар әҙерләп, уларҙы байрам сараларында үҙҙәренең учреждениеһында йөрөтөргә булған.
Флүрә Ғабдулла ҡыҙы уларға ике трафарет - түңәрәк һәм квадрат вариант тәҡдим итте. Һүрәтте футболкаға ҡәләм менән төшөрҙөләр һәм акрил буяуҙары менән буянылар. Китапханасылар һөйләүҙәренсә, “Топ-футболкалар” оҫталыҡ дәрестәре уларҙа даими уҙғарыла. Балалар ата-әсәләре менән килә һәм футболкаларҙа төрлө темаларға һүрәт төшөрә. Ә бына этнофутболкалар бында беренсе тапҡыр эшләнде.